Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апрель 2023, 14:40

Оксана Лут ауыл эшсәндәренә уңыштар теләне

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Оксана Лут менән осрашып, ауыл биләмәләрен үҫтереү, сәсеү кампанияһын үткәреү һәм төбәктең федераль министрлыҡ менән бәйләнешен нығытыу тураһында һөйләште.

Оксана Лут ауыл эшсәндәренә уңыштар теләнеОксана Лут ауыл эшсәндәренә уңыштар теләне
Оксана Лут ауыл эшсәндәренә уңыштар теләне

Осрашыу ЦУР-ҙа булғайны, Оксана Лут үҙәктең мөмкинлектәре менән танышты.

Радий Хәбиров белдереүенсә, беҙ РФ Ауыл хужалығы министрлығы менән һөҙөмтәле эшләйбеҙ. 

- Ярҙам өсөн ҙур рәхмәт. Башҡортостанда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы яҡшы ғәмәлгә ашырыла. Проектты артабан да иғтибар уртаһында тотасаҡбыҙ, - тине республика Башлығы.

Оксана Лут һүҙҙәренсә, быйыл баҫыу эштәре иртәрәк башланған. Ул республика аграрийҙарына уңыштар теләне.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас