ҠЫҢҒЫРАУЛЫ ЯҘ
Ҡыңғырау ҙа ғына сәскә булып Теҙеләйем микән юлыңа?!. Күҙең һирпеп кенә ҡараһаң да Һулымам был яҙҙа, һулымам. Мөлдөрәмә моңға тулышам да, Төштәреңә инеп, зыңлайым. Иҫкә алып ҡыңғыраулы яҙҙы Йөрәк тибешеңде тыңлайым. Араларҙың алыҫлығы нимә? Тын алышың, гүйә, янымда. Мин йәшәйем ҡыңғыраулы яҙҙа, Ҡыңғыраулы мәлем – аңымда. Ҡыңғырау ҙа ғына сәскә булдым – Асылды ла йөрәк, зыңланы!.. Һуңлап тумалыуҙар түгел микән? Әллә инде яҙҙар һуңланы? Ҡыңғырау ҙа ғына сәскә булып Ҡыңғ(ы)рау ҡаҡһын әле йөрәгем. Ишетмәһә, бер ишетер әле – Күккә алып китмәм ерҙәген!
Лариса Абдуллина. Авторы - Сибай-Баймаҡ юлынан Мәфрүзә килен.