

Радий Хәбировтың #ЖЗЛ_Башкортостан #ҺоҡланғысКешеләрТормошо_Башҡортостан) рубрикаһындағы яҙмаһында ошондай юлдар бар:
“Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң Урал Бакиров тыуған Күгәрсен районына (үҙе Хоҙайбирҙинда тыуған. - А. И.) – Подгорный ауылы мәктәбенә эшкә килә. Бер йылдан һуң йәш белгесте – ВЛКСМ-дың район комитеты секретары, ә өс йылдан комсомолдың Башҡортостан өлкә комитеты секретары итеп һайлайҙар. Һуңынан КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһы аспирантураһы, диссертация яҡлау, матбуғат секторы мөдире, һуңынан партия өлкә комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире булып эшләй.
Урал Насир улы республиканың киң мәғлүмәт саралары өсөн кадрҙар әҙерләүгә, эшсе-корреспонденттар хәрәкәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Ул Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың ярҙамсыһы булды.
Миңә Урал Насир улы менән бергә эшләү, тормош тәжрибәһен, аҡыллылығын туплау бәхете тейҙе. Ул Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең йәш хеҙмәткәрҙәре өсөн республикаға хеҙмәт итеү, үҙ эшенә тоғро ҡалыу өлгөһө булды. Арыу-талыуҙы белмәйенсә эшләне, һәм һәр ваҡыт изге кәңәш менән ярҙам итергә әҙер ине. Үҙенең күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы һәм башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнгән. Эрудициялы, уҡымышлы Урал Насир улы аудиторияны һәр саҡ яулай белде. Уны тыңлау – үҙе бер кинәнес. Әйткәндәй, ғәҙәти тормошта Урал Насир улы аҙ һүҙле. Һәм бер ҡасан да буш вәғәҙәләр бирмәй, һәр эшен аҙағына еткерә.
Юбилейың менән, хөрмәтле Урал Насир улы! Һеҙгә һәм ғаиләгеҙгә һаулыҡ, бәхет, именлек теләйем!”
Аҡһаҡалды беҙ ҙә юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Фото: Радий Хабиров (vk.com)