Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2023, 15:15

Рейдтар ойошторола

Бөгөн һәм алдағы ял көндәрендә Башҡортостан Республикаһы территорияһында киң күләмле рейдтар уҙғарыласаҡ. 

Рейдтар ойошторолаРейдтар ойошторола
Рейдтар ойошторола

Бөгөн Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендә һәм шәмбе көндө Менделеев урамында водителдәрҙе күпләп тикшерәсәктәр.

Иҫерек водителдәрҙе асыҡлауға, ата-әсәләрҙең балаларҙы ташыу ҡағиҙәләрен, йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүен тикшереүгә йүнәлтелгән сара барышында шулай уҡ пассажирҙарҙы йөрөтөүселәргә лә айырым иғтибар биреләсәк. Водитель таныҡлыҡтарынан мәхрүм ителгәндәр, штрафтарын түләмәгән бурыслылар ҙа контролдә буласаҡ.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас