

Улар танышыу хөрмәтенән спиртлы эсемлектәр эсеп, таң аттырғандар. Иртән ҡатын, һаубуллашҡанда, шымтанлап машинаның асҡысын сәлдергән. Төнгө ҡунағын оҙатҡас, фатир хужаһы йоҡларға ятҡан.
Ә ҡатынға ирҙең машинаһын туҡталҡанан сығарырға осраҡлы бер кеше ярҙам иткән. Кеше автомобилендә рәхәтләнеп Благовар яғына китеп барғанында "ВАЗ" һүнгән дә ҡуйған бит. Ҡатын тағы кешеләрҙән ярҙам өмөт итеп, машина янында торғанда, полиция хеҙмәткәрҙәре уны эҙләп тапҡан - авто хужаһы был мәлгә уянып, транспортының юғалыуы тураһында ғариза яҙған һәм машина урлаған ҡатынға ориентировкалар ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә таратылған.
Полиция хеҙмәткәрҙәрен дә был ҡатын, машина хужаһы ярҙам эҙләп китте, тиҙҙән килә, тип алдап маташҡан әле ул. Күҙгә ҡарап ялғанлаған, кешеләрҙең ышанысын тиҙ генә яулап алған бур ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған.
Бына шунан һуң ҡыл инде кешегә изгелек...
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.