

Уҙған тәүлектә республикала 56 техноген янғын сыҡҡан, уларҙың 16-һы шәхси торлаҡ секторында булған. Шул иҫәптән, Дәүләкән, Шишмә, Учалы райондарында, Дәүләкән ҡалаһында - йорттар, Бөрө районында - пеноблоктан һалынған хужалыҡ ҡаралтыһы, еңел автомобиль, Саҡмағош районында - мунса, веранда, Ишембай районында - мунса, Салауатта, Нуриман районында - йорт мөлкәте, Дәүләкән, Илеш райондарында - һарай, Өфөлә - фатир ишеге, Белорет, Тәтешле райондарында - ҡаралтылар, Октябрьск ҡалаһында баҡса йорто янған.
Фото: МЧС РБ.