Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апрель 2023, 06:00

“Эҙәрлекләү дауам итә ... Беҙ унан ҡурҡабыҙ!”

Ришат Төхвәтуллинды бәйләнсек фанаткаһы һаман эҙәрлекләй. Йырсы һәм уның буласаҡ ҡатыны Әлиә был хаҡта яңыраҡ бер интервьюларында хәбәр итте.

“Эҙәрлекләү дауам итә ... Беҙ унан ҡурҡабыҙ!”“Эҙәрлекләү дауам итә ... Беҙ унан ҡурҡабыҙ!”
“Эҙәрлекләү дауам итә ... Беҙ унан ҡурҡабыҙ!”

 

Бер бәйләнсек фанатка менән бәйле тарихты хәтерегеҙгә төшөргөм килә: ҡасандыр был яңылыҡ  бик популяр булып киткәйне.  Һеҙҙең йорттоң ишеге төбөндә эҙәрлекләгән ҡатын торған видеоны әйтәм.  Ришат, һеҙ ул апай менән проблеманы хәл иттегеҙме?

Әлиә Ҡарасурина. Ул әле булһа Ришатты эҙәрләй. Уны хатта Ришаттың миңә тәҡдим яһауы ла борсомай. Беҙҙең бергә булыуыбыҙ дөрөҫ түгел икәнен әйтә, тик ул ғына  Ришаттың  «Алла тарафынан ебәрелгән яҙмышы», ти. Беҙҙең ғаилә ҡорорға уйлауыбыҙҙы ла, фейк, шаяртыу, Ришат үҙенә шул рәүешле хайп эшләй, тип һөйләп сығарған.

Ришат Төхвәтуллин. Дөрөҫөн әйткәндә, бик  сәйер ҡатын. Бер мәл ул, мин уға тәҡдим яһаған, тигән хәбәр таратҡайны. Был  2011 йылдарҙа булды. Мине, ғаиләмде, туғандарымды һәм яҡындарымды эҙәрлекләне, уларға үҙе уйлап сығарған уйҙырмаларын һөйләне. Ярай әле, һуңынан булһа ла ата - әсәйемә уның кем икәнен аңлата алдым. Миңә тиклем дә ул өйләнгән бер  йырсыны эҙәрлекләгән. Сәйер ҡатындың  иғтибарын артистар ғына йәлеп итә. Был фанатканың ғауғаһы арҡаһында ул артист хатта ҡатыны менән айырылыша яҙғайны. Ғөмүмән,  килешкән эш түгел, әлбиттә.  Беҙ Әлиә менән унан ҡурҡып та ҡуябыҙ!

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас