***
Йылҡы малы бәйҙә йүнкемәй ул, Бикле торған аттар талсыға. Елеү елен һағына сайҡап ялын, Аяғүрә йоҡлап төн сыға. Биктә торған аттар булмаҫ саптар, Иркенлектер аттың хыялы. Күкрәгенә сәм ҡабына бары Тамғалаһа ерҙе тояғы. Онотмаһын аттар кешнәүҙәрен, Төңөлмәһен берүк ҡомарҙан. Донъя тотҡалары икәү бит ул: Береһе саптар, береһе уҙаман. Тамаpа Ғәниева