Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апрель 2023, 07:50

Торлаҡ төҙөлөшөнә иғтибар ҙур

    Республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа йыллыҡ отчет менән сығыш яһап, Премьер-министр Андрей Назаров төҙөлөш комплексы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.  

Торлаҡ төҙөлөшөнә иғтибар ҙурТорлаҡ төҙөлөшөнә иғтибар ҙур
Торлаҡ төҙөлөшөнә иғтибар ҙур

 

 

 Премьер-министр, Башҡортостан граждандарҙың льготалы категорияларының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа алға китте, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 – Беҙ финанслауҙы бер нисә тапҡыр арттырҙыҡ. Дүрт йылда 12 миллиард һум тәшкил итте. Торлаҡ менән тәьмин ителгәндәр (етем балалар һәм инвалидтар) йәки уны һатып алыуға сертификаттар алғандар (беренсе бала тыуғанда күсенеп китергә мәжбүр булған күп балалы һәм йәш ғаиләләр, һуғыш ветерандары) – 41 425 кеше, – тине Андрей Назаров. Алданған өлөшсөләрҙең проблемаларын хәл итеү буйынса Башҡортостан Республикаһы граждандарҙың күбеһенең хоҡуҡтары тергеҙелгән тәүге биш төбәк иҫәбенә инде.

 – Һуңғы дүрт йылда 7 842 өлөшсө хоҡуҡтарын тергеҙгән.  117 йорт проблемалы объекттар реестрынан төшөрөлгән, уларҙың иң күбе уҙған йылда, –  тип билдәләне Андрей Назаров.

Тағы ла бер йүнәлеш буйынса әүҙем эш алып барыла – 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем граждандарҙы авария хәлендә тип танылған торлаҡ фондынан күсереү.

–  Дүрт йыл эсендә беҙ 86 мең квадрат метр авария хәлендәге торлаҡтан 7 мең кешене күсерҙек. Ошо маҡсатҡа 1,7 миллиард һум самаһы йүнәлтелде, – тип белдерҙе Андрей Назаров. Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡтан күсереү «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барыла.Был йүнәлештәге эш дауам ителәсәк: быйыл беҙ граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһын ваҡытынан алда тамамларға һәм республиканың тағы 14 меңләгән кешеһен яңы торлаҡлы итергә ниәтләйбеҙ. Бынан тыш, республикала 34 проблемалы йорттан 2,6 мең өлөшсөнөң хоҡуғы тргеҙелгән, – тип һөйләне БР төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас