

Рәсәйҙә һан буйынса алда торған халыҡтарҙы ҡарағанда, былайыраҡ:
Рустар – 2021 йылда – 105 579 179 кеше (2010 йылда – 111 016 896)
Татарҙар – 4 713 669 (5 310 649)
Чечендар – 1 674 854 (1 431 360)
Башҡорттар – 1 571 879 (1 584 554)
Сыуаштар – 1 067 139 (1 435 872)
Аварҙар – 1 012 074 (912 090)
Әрмәндәр – 946 172 (1 182 388)
Украиндар – 884 007 (1 927 988)
Даргиндар – 626 601 (589 386)
Ҡаҙаҡтар – 591 970 (647 732)
Рустар ике йәниҫәп араһында биш процентҡа кәмегән. Бөгөн, 2010 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре менән сағыштырғанда, татарҙар – 11, башҡорттар – 0,7, сыуаштар 27 процентҡа әҙерәк.
Артыусылар ҙа бар. Рәсәйҙә чечендар һуңғы 11 йылда 16,7 процентҡа артҡан. Аварҙар – 11, даргиндар 6,4 процентҡа күбәйгән. Украиндар иһә 54 процентҡа кәмегән.
Һуңғы перепись барышында (2020 йылда күҙалланған сара 2021 йылда үтте) Рәсәйҙә барлығы 147,182 миллион кеше йәшәүе асыҡланған.
Фото: Юлай Кәримов (архив).