Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апрель 2023, 07:30

Һорау алыуҙа ҡатнаш

Һыуға тоташыуҙа эшҡыуарҙар ниндәй ауырлыҡтар менән осраша?

Эшҡыуарҙарҙың һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу сифаты  тураһында мәғлүмәттәр алыу өсөн быйыл һыу менән тәьмин итеү,һыу бүлеү селтәренә тоташтырылған юридик шәхестәрҙән һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан һорау алыу үткәрелә. Инвестор һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу ваҡытын, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу өсөн кәрәкле уртаса процедуралар һанын, һыу тәьминәте һәм һыу бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу һөҙөмтәлелеген баһаларға тәҡдим итә.

- Һорау алыу һөҙөмтәләре - ул бизнес алып барыу өсөн шарттарға анализ яһарға мөмкинлек биргән башланғыс нөктә. Йәғни эшҡыуарҙарҙың ниндәй ҡаршылыҡтар менән осрашыуын һәм һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыуҙың һөҙөмтәлелеген нисек баһалауҙарын асыҡларға мөмкинлек бирергә тейеш, - тип билдәләй БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов. Һорау алыуға квартал һайын йомғаҡ яһап, 2023 йыл дауамында алып барыласаҡ. Ул аноним рәүештә башҡарыла.

Һорау алыуҙа ҡатнаш
Һорау алыуҙа ҡатнаш
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас