

– Беҙ иң яҡшы уҡытыусыларға һәм мастерҙарға 690-шар мең һум аҡса бүлеп, грант ярҙамын тәьмин иттек. Һәләтле студенттар өсөн стипендиялар һанын һәм күләмен арттырҙыҡ. Хәҙер ул 5000 һум тәшкил итә, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
2023 йылдың 1 сентябренән һәләтле, уҡыуҙа һәм ғилми эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән Башҡортостан Башлығы стипендиаттары 5000 һум күләмендә стипендия ала башлай. 2022 йылда түләүҙең суммаһы 2300 һум тәшкил итте, 2022 йылдың майында стипендияның суммаһы ла арттырылды.
Бынан тыш, республикала 2022 йылдың 1 сентябренән квалификациялы эшселәр, хеҙмәткәрҙәр әҙерләү программалары буйынса белем алыусы колледж студенттарына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте стипендияһы ике тапҡырға тиерлек арттырылды. Түләүҙәр 2022 йылдың 1 сентябренән индерелә.
– Урта һөнәри белем биреү системаһын үҫтереү федераль проекттар, республика Хөкүмәте ярҙамы менән дә алып барыла. Бөтә стратегик бурыстар һәм саралар «Башҡортостан Республикаһында 2022-2026 йылдарға Урта профессиональ белем биреүҙе үҫтереү стратегияһы»нда сағылыш тапты. 2022 йыл урта профессиональ белем биреү системаһы өсөн мөһим һәм уңышлы булды, шул иҫәптән киләһе йылдарҙа ла үҫеш аласаҡ яңы төбәк проекттарын ғәмәлгә ашырыу иҫәбенә, – тип белдергән БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Фото: