

Баш ҡалабыҙ иң юғары 360 мәрәйҙән 208 мәрәй йыйып, 7-се урынға сыҡҡан. Эксперттар ҡаланың төҙөклөгө кимәлен хәүефһеҙлек, уңайлылыҡ, экология, төрлөлөк һәм башҡа критерийҙар буйынса баһалаған. Шулай уҡ етәкселектең яңы парктар һәм скверҙар булдырыу, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, яр буйҙарын реконструкциялау буйынса эшен билдәләгән.
Рейтингты формалаштырыуҙа илебеҙҙең 1117 ҡалаһы ҡатнашҡан. Беренсе урында – Мәскәү. Ул 299 мәрәй йыйған.
Фото: Юлай Кәримов.