

Халыҡ-ара диктант яҙыуҙы ойоштороусылар - башҡорт телен һаҡлау буйынса автономлы ойошма, БР Фән һәм мәғариф, Мәҙәниәт министрлыҡтары, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Акция онлайн, оффлайн формала үтә. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр өсөн Өфө фән һәм технологиялар университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостандың Милли музейында майҙансыҡтар ойошторола.
2023 йылдың 20 апрель көнө 11:00 сәғ. (Өфө ваҡыты) тура эфирҙа «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлайҙар:
сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 12:00-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
сәғәт 12.05-нән сәғәт 12.30-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға Bashdiktant2023@mail.ru йәки телеграмма-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 2023 йылдың 23 апреле 23:59 сәғәткә тиклем ебәрергә кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта диктантты 2023 йылдың 23 апрель 23:59 сәғ. тиклем https://bashdictant.ru/ рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә ( https://vk.com/bash_tv , https://vk.com/bash_fond ) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.
Акцияла ҡатнашыусыларҙың эштәрен тикшергән экспертҡа кандидаттар 2023 йылдың 10 апреленә тиклем киләһе һылтанма буйынса мотлаҡ теркәлеү процедураһын үтергә тейеш: http://bashdictant.ru/registration/. Талаптар буйынса, эксперҡа кандидат булырға теләүсенең дәүләт өлгөһөндәге документ менән раҫланған педагогик йәки филологик белеме, күрһәтелгән өлкәлә ике йыллыҡ эш стажы булырға тейеш.
Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк.
Акция ҡатнашыусыһы булып енесенә, расаһына, милләтенә, теленә, сығышына, матди һәм вазифа хәленә, йәшәгән урынына, дингә мөнәсәбәтенә, инаныуҙарына, йәмәғәт берекмәләренә инеү-инмәүенә, шулай уҡ башҡа хәлдәргә ҡарамаҫтан һәр кеше ҡатнаша ала.
Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.
Хештегтар:
#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант/#башдиктант2023
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам