

Мәктәпкә тәфтишселәр, район прокуроры килгән. Хоҡуҡ һаҡлаусылар тиҫтерҙәрен яралаған ҡыҙ менән һөйләшеп, хәлде асыҡлауҙы дауам итә.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, был хәл дәрес ваҡытында, көндөҙгө сәғәт өсөнсө яртыла булған. 13 йәшлек ҡыҙ менән ике синыфташы араһында конфликт сыҡҡан. Һөҙөмтәлә уҡыусы ҡыҙ портфелдән бысаҡ сығарып, һелтәнә башлаған, ике ҡыҙҙы яралаған.
Йәрәхәтләнгән, ҡурҡҡан ҡыҙҙар кабинеттан йүгереп сыҡҡас, уларға тәүге ярҙам күрһәтеп, дауаханаға алып барғандар. Хәҙер улар өйөндә ятып дауаланасаҡ.
Мәктәптә барыһы ла шаңҡыған хәлдә...
Фото: БР Тәфтиш комитеты сайтынан.