

"Властар хеҙмәт хаҡын күтәрергә уйлаймы?" - тип һорағандар Президенттан "Тулажелдормаш" заводында.
"Кешенең реаль килемен, йәшәү кимәлен күтәреү - дәүләттең иң төп бурыстарының береһе. Абсолют беренсе бурыс - Рәсәй ғаиләләренең килемдәре бөгөнгө талаптарға тура килергә һәм лайыҡлы булырға тейеш", - тигән ил башлығы.
Һәм быйыл эш хаҡы - 3 - 5 процентҡа, ә реаль килем 2 - 3 процентҡа артасағын әйткән. Ауыҙыңа бал да май, хөрмәтле Президент!
Фото: РИА-Новости.