Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2023, 08:45

Подъездар ремонтлана

 Күп фатирлы йорттарҙа подъездар ремонтлана башлай. Быйыл был маҡсаттан  күпме аҡса тотоноласаҡ?  Был хаҡта БР Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙған.

"274 йорттағы 752 подъезд - 2023 йылға комплекслы ремонт буйынса пландарыбыҙ. Республикала был программа буйынса яңы эш миҙгеле старт алды. Быйыл ул 20 муниципалитетҡа ҡағыласаҡ. Дөйөм бюджет - 744 миллион һум. 2019 йылдан алып Башҡортостан буйынса барлығы 2 494 күп фатирлы йортта 7 413 подъезды төҙөкләндерҙек. Берлектә финанслау шарттарында ошо маҡсатҡа 2,8 миллиард һум бүленде. Сығымдарҙың ҙур өлөшөн республика үҙ өҫтөнә ала, 10 процентты муниципалитеттар өҫтәй. Программаға ингән барлыҡ подъездарҙа, подъездарҙа ремонт эштәре бара, беренсе ҡатта плитка түшәйбеҙ, яңы тамбур ишеге, тәҙрәләр, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар, почта йәшниктәре ҡуябыҙ. Ғәҙәттәгесә, йортта йәшәүселәр стеналарҙың төҫөн һәм япманың тибын үҙҙәре һайлай. Уларҙы эштәрҙе ҡабул итеүсе комиссиялар составына ла индерәбеҙ", -  тип яҙған ул социаль селтәрҙә.

Подъездарҙы ағымдағы йылда ремонтлау планлаштырылған йорттарҙың тулы исемлеге түбәндәге һылтанма буйынса: https://house.bashkortostan.ru/documents/active/476077/

Подъездар ремонтлана
Подъездар ремонтлана
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас