Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2023, 06:43

Кешеләр тапала ғына...

Өфөнөң Октябрь проспектында "МАН" машинаһы водителе магазинға йөк бушатып, ҡуҙғалған саҡта ҡатынды бәрҙергән. Йәйәүле "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән биргән. Был фажиғә буйынса тикшереү бара.

Кешеләр тапала ғына...Кешеләр тапала ғына...
Кешеләр тапала ғына...

Бөгөн төндә Стәрлетамаҡ-Красноусол юлының 24-се саҡрымында 21 йәшлек егет "Ниссан Альмера" машинаһында билдәһеҙ йәйәүлене тапаған. Иргә ҡарамаҡҡа 40-45 йәш, уның шәхесе асыҡлана.

Водитель эскән булған (0,206 мг/л).

Фото: БР ЮХХДИ.

Кешеләр тапала ғына...
Кешеләр тапала ғына...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас