Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2023, 13:30

Хәрби хеҙмәткә алынғандар СВО-ға ебәрелмәй

Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре сафына  хеҙмәт итергә саҡырылғандар махсус хәрби операцияла ҡатнашмаясаҡ. Яҙғы хәрби хеҙмәткә саҡырылыу кампанияһында  Башҡортостандан 5,5 мең егет әрмегә алына.  

Хәрби хеҙмәткә алынғандар СВО-ға ебәрелмәйХәрби хеҙмәткә алынғандар СВО-ға ебәрелмәй
Хәрби хеҙмәткә алынғандар СВО-ға ебәрелмәй

 

 «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы»на биргән интервьюһында республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич ошо хаҡта хәбәр итте. Йәше буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәр Калининградтан Алыҫ Көнсығышҡа тиклем, бөтә төр ғәскәрҙәрҙә үҙҙәренең хәрби бурыстарын үтәйәсәк.Уларҙың Хәрби-диңгеҙ флотынан алып мотоуҡсылар, танк, артиллерия подразделениеларына тиклем һәр төрлө ҡораллы көстәргә эләгеү мөмкинлеге бар. Егеттәрҙең өстән бер өлөшө хәрби частәргә һөнәр алыу өсөн оҙатыласаҡ.

Республиканың хәрби комиссары, егеттәрҙең йәше буйынса бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр көтөлмәй, тип өҫтәне. Саҡырыу буйынса хеҙмәт итеү ваҡыты бер йыл булһа ла, ҡала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы буйынса 1 апрелдә яҙғы саҡырылыш башланды. Ул 1 апрелдән  15 июлгә тиклем дауам итә. Указға ярашлы, запаста булмаған 18 –27 йәшлек 147 мең Рәсәй граждандары саҡырыла. Башҡортостандан 5,5 мең самаһы егет хеҙмәткә алына.

Михаил Блажевич телеканалға интервьюһында контракт буйынса хеҙмәт итеү мәсьәләһен дә аңлатты. Уның һүҙҙәренсә, илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәрҙең һаны артҡан. Хәрби комиссар фекеренсә, был Башҡортостанға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар –  мобилизацияланған, республикала ойошторолған батальон хәрбиҙәренең отпускыға ҡайта башлауы менән бәйләнгән.

   «Улар тәьҫораттары, махсус хәрби  операция зонаһынан тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Был да үҙ ролен уйнай. Һөҙөмтәлә, контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәрҙең һаны артты һәм арта бара. Шунан сығып, Башҡортостандың тағы өс батальон булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде», –  тине Михаил Блажевич. Быйыл март айында республикала Даян Мурзин исемендәге, «Төньяҡ амурҙары», «Ватан» батальондары ойошторолдо.

 

 

Фото: Башинформ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас