

Төбәк халҡы һыу күтәрелеүен онлайнда БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының сайтында күҙәтә аласаҡ: http://portal.introgis.com/CoGIS/FloodRB#
Ведомство рәйесенең беренсе урынбаҫары Кирилл Первов бөгөн "Сәләм" тапшырыуында тура эфирҙа ЦУР-ҙан һыу ташыуға бәйле мәғлүмәт менән таныштырҙы.
4 апрелгә ҡарата Башҡортостандың 9 район-ҡалаһында 10 һыу баҫыу теркәлгән:
- Сибай, Өфө ҡалаларында («Альбатрос», «Козарез» баҡсасылыҡ ширҡәттәре),
- Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Иглин, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Миәкә райондары,
- 6 юл участогы, 3 күпер, 1 гидротехник ҡоролма.
Тәүлек эсендә һыу ныҡ күтәрелгән йылғалар:
1. Ҡариҙел йылғаһы (Благовещен районының Ухман ауылы янында), 325 см кимәлгә барып еткән (+ 56 см, хәүефле кимәле – 1072 см)
2. Ҡариҙел йылғаһы (Благовещен районының Ахлыстин ауылы янында), һыу кимәле 333 см тәшкил иткән (+ 52 см, хәүефле кимәле – 1078 см)
Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу телефоны – 112.