

«Башҡортостан продукты» проектының ете дипломанты Үзбәкстанда «Аҙыҡ-түлек, ингредиенттар һәм етештереү технологиялары - UzFood 2023» 22-се халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашҡан. Атап әйткәндә, «Кумыс Башкортостана» ҡымыҙы, «Урал» йәмғиәтенең бал косметикаһы, умартасылыҡ продукцияһы, «Пищепром» компанияһының соус, кетчуп, һуттары («Бүздәк» маркаһы менән), «Уфачай» сәйҙәре, бәлзәмдәре, «Вектор» йәмғиәтенең кондитер ризыҡтары, «Аҡтирмән»дең ярмалары, талҡандары, смузи-коктейлдәре, «Ситно» компанияһының ярымфабрикаттары һәр кемдең иғтибарын йәлеп иткән.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.