Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель 2023, 04:35

Йәштәр аварияға тарыған

Уҙған тәүлектә республика юлдарында 11 юл фажиғәһе теркәлгән, 12 кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 49 иҫерек водителде тотҡан (өс кеше икенсегә тотола).

Йәштәр аварияға тарығанЙәштәр аварияға тарыған
Йәштәр аварияға тарыған

Кисә киске сәғәт һигеҙ тирәһендә Күмертау ҡалаһы янында, Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 231-се саҡрымында, 18 йәшлек егет "ВАЗ-2115" машинаһында юл ситенә төшөп киткән дә, өс түңкәрелгән. Ваҡиға һөҙөмтәһендә төрлө йәрәхәттәр алған 14 йәшлек пассажир ҡыҙ дауаханаға оҙатылған. Водителдең таныҡлығы юҡ, транспорт сараһы билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән. Автомобилде ул аварияға тиклем бер көн алдан һатып алған. Юл-транспорт ваҡиғаһы мәлендә салонда тағы биш кеше булған. Береһе лә хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән.

Был факт буйынса тикшереү башланған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Йәштәр аварияға тарыған
Йәштәр аварияға тарыған
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас