Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель 2023, 10:50

"Ужымдың алты проценты ғына насар ҡышлаған"

 Бөгөнгө көндә 11 районда ужым культураһын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыу  бара. 22 район орлоҡто ағыулай башлаған.  

"Ужымдың алты проценты ғына насар ҡышлаған""Ужымдың алты проценты ғына насар ҡышлаған"
"Ужымдың алты проценты ғына насар ҡышлаған"

 

БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә сәсеү эштәре тураһында вице-премьер – БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне.

Уның әйтеүенсә, быйыл яҙғы культураларҙы 1,44 миллион гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү планлаштырыла. Был, былтырғы кимәл менән сағыштырғанда, 97,5 процент тәшкил итә (55,7 мең гектарға әҙерәк). Техник культуралар быйыл 1,6 процентҡа күберәк сәселәсәк. Шәкәр сөгөлдөрөн һәм майлы культураларҙы сәсеү артасаҡ.

Ужымдың 94 проценты яҡшы һәм ҡәнәғәтләндерерлек хәлдә, алты проценты – насар ҡышлаған

   Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бойҙай, ҡуҙаҡлы бойҙай һәм бөртөклө культуралар орлоҡтары менән республиканың хужалыҡтары тулыһынса тәьмин ителгән. Барлығы 285 мең тонна (планға ҡарата 101 процент) үҙебеҙҙең орлоҡ әҙерләнгән, уларҙың 41,6 тоннаһы – “элита”лы һәм “суперэлита”лы.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас