Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель 2023, 04:18

Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы күпере күҙәтеүгә алынды

Ни өсөн тигәндә Оло Юшатыр йылғаһы кимәле күтәрелгән. Ауылға Ҡыҙыл маяҡ аша үтергә була. Дөйөм алғанда республикала 9 ҡала-районда 9 урында һыу баҫыуы күҙәтелә, улар контролгә алынған. Быларҙың барыһы тураһында бөгөн "Сәләм" тапшырыуында ЦУР-ҙың тура эфирында БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Кәримова һөйләне. 

Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы күпере күҙәтеүгә алындыКөйөргәҙе районының Яҡут ауылы күпере күҙәтеүгә алынды
Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы күпере күҙәтеүгә алынды

 3 апрель иртәһенә ҡарата ошо йылғаларҙың кимәле айырыуса ныҡ күтәрелгән:

1. Ағиҙел – 3350 см (+ 218 см, хәүефле кимәле – 70 00 см)
2. Иҙәк – 184 см (+69 см, хәүефле кимәле – 349 см)
3. Нөгөш – 1048 см (+ 59 см, хәүефле кимәле – 1872 см)

Был аҙнала төбәк йылғалары боҙҙан әрселәсәк - тимәк һыу күтәрелеүе артабан да дауам итәсәк. Бәләкәй дала йылғаларында максималь һыу кимәленең был аҙнала үтеүе ихтимал. Ағиҙел йылғаһы бассейнына ингән һыу сығанаҡтарында был апрелдең икенсе декадаһында көтөлә. Был ғәҙәттәгенән 11-14 көнгә иртәрәк тигән һүҙ.


 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас