

Бөгөн Белорет районы Инйәр урмансылығында тәүге тәбиғәт янғыны теркәлгән. Утты һүндергәндәр.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы республика халҡын асыҡ ут менән һаҡ булырға саҡыра! Үлән тәмәке төпсөгөнән, бер осҡондан да еңел тоҡанып, янып китә. Айырыуса урман массивтарында, дача йәмғиәттәрендә, тораҡ пункттарҙа ҡоро үләндең яныуы үтә хәүефле.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ: янған шырпы, тәмәке төпсөктәрен ташламағыҙ, усаҡты ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Ҡояшлы ерҙә шешәләрҙе йәки быяла ярсыҡтарын ташлап китмәгеҙ.
Янғын сыҡҡанда 101 һәм 112 телефондары буйынса шылтыратырға кәрәк.
Фото: МЧС РБ.