Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель 2023, 12:00

Элвин Грей Яр Саллы сәхнәһенә һынған ҡабырғалары менән сыҡты

Билдәле булыуынса, Элвин 2 апрелдә Яр Саллы янындағы “Медвежий угол” шәхси кафеһында концерт ҡуйырға тейеш булған.

Элвин Грей Яр Саллы сәхнәһенә һынған ҡабырғалары менән сыҡтыЭлвин Грей Яр Саллы сәхнәһенә һынған ҡабырғалары менән сыҡты
Элвин Грей Яр Саллы сәхнәһенә һынған ҡабырғалары менән сыҡты
  • Концерт алдынан йәрәхәт алдым. Йырлай алмаҫмын, моғайын, сөнки ҡабырғаларымды һәм умрау һөйәгемде һындырҙым. Ауыртыуҙы баҫа торған уколдар ҡаҙанылар, – ти йырсы видеола.

Ул концертта сығыш яһай алмау сбәпле, тамашасыларҙан ғәфү үтенде.

  • Тын алыуы ауыр. Хәлемде аңларһығыҙ тип өмөтләнәм. Бөгөн егеттәребеҙ сығыш яһаясаҡ. Бәлки караокеға ҡушылып йырларһығыҙ?– тип тә мөрәжәғәт итте ул залда ултырыусыларға.

Концертта Элвин Грей командаһы барабансыһы, шулай уҡ “Свет и Тени” вокаль-инструменталь ансамбле сығыш яһаған. Яҡташыбыҙҙың был концертына 64 билет һатылған – был тулы зал тигән һүҙ.

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас