

“2023 йылдың 2 апреле, сәғәт төнгө 11. Беҙ Артемовск ҡала хакимиәте бинаһына “Владлен Татарскийҙың яҡты иҫтәлегенә” тип яҙылған Рәсәй флагын һәм “Вагнер” байрағын элдек. Юридик яҡтан Артемовск яуланды”, – тип һөйләй видеояҙмала Пригожин.
Шул уҡ ваҡытта ҡаланың көнбайышында әле ҡаршы яҡ көстәре тора.
Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу был ҡаланы (Артемовск, украиндар Бахмут тип атай) алыуҙың мөһимлеген белдергәйне. Министр һүҙҙәренсә, ундағы беҙҙең контроль артабан көслө хәрәкәт итеү мөмкинлеге бирәсәк.
Әйткәндәй, Пригожин телгә алған Владлен Татарский - хәрби хәбәрсе. ДНР-ҙа тыуған, былтыр февралдән алып, яу яланындағы хәлдәрҙе яҡтыртты. Ул 2 апрелдә Санкт-Петербургта осрашыу ваҡытында шартлау һөҙөмтәһендә һәләк булған. Был - теракт, тип тикшереү бара.
Фото: видео-скриншот.