Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Апрель 2023, 17:42

Пенсионерҙы ышандырғандар...

Салауат ҡалаһынан 69 йәшлек ҡатынға 24 мартта билдәһеҙ ир шылтыратып, үҙен опер итеп таныштырған, исем-шәрифен атаған, танытмаһының номерын да әйткән. Пенсионерҙың ышанысын яуларға тырышып, ул мутлашыусыларҙың ололарҙы, ябай кешеләрҙе алдауҙары хаҡында бәйән иткән. Шунан ҡатынды икенсе номерға күсергән, йәнәһе лә, "банк хеҙмәткәренә". Уныһы ла үҙенең исем-фамилияһын, таныҡлығының номерын әйтеп, билдәһеҙ әҙәмдәрҙең ҡатындың исеменә һигеҙ банкта кредит алырға маташыуҙары тураһында белдергән.

Пенсионерҙы ышандырғандар...Пенсионерҙы ышандырғандар...
Пенсионерҙы ышандырғандар...

Ҡатын уларға ышанмағас, был ирҙәр биш көн дауамында төрлө номерҙарҙан шылтыратып, барыбер уны банкка барып, кредит алырға өгөтләп күндергәндәр. Ҡатындың бәхетенән тәүге өс банкта кредит бирмәгәндәр. Ялған "банк хеҙмәткәре" ҡатынды үҙенең ҡармағынан ысҡындырмай, һәр ваҡыт бәйләнештә булған, хатта такси ла яллаған. Был бәндә пенсионерҙы, муттар һеҙҙең кредит тарихығыҙҙы боҙған, шуға ла кредит карталар асырға ла, аҡсаны "хәүефһеҙ" телефон номерҙарына күсерергә кәрәк, тип ышандырған. Ҡатын уның әйткәндәрен үтәп, 70 мең һумдан ашыуыраҡ аҡса күсергән. Муттар тағы ла уға шылтыратып, аҡсағыҙҙы мутлашыусылар урлаған, бер тинегеҙ ҙә банкка килеп етмәне, хәҙер 60 мең һумдан ашыуыраҡ суммаға страховка эшләр кәрәк, тип белдергәс, ҡатын трубканы һалған да, полицияға мөрәжәғәт иткән. Был факт буйынса енәйәт эше асылыуы хаҡында Салауаттан З.Кинйәкәева хәбәр итә. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас