Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апреля 2023, 13:30

Радий Хәбиров 48 йыл эш стажы булған терапевт тураһында яҙып үткән

#ЖЗЛ_Башкортостан рубрикаһында төбәк етәксеһе Үрге Тәтешле үҙәк район дауаханаһында бына ярты быуат тирәһе эшләүсе БР атҡаҙанған табибы, терапевт Миләүшә Әхмәтшина тураһында тасуирлаған.

Радий Хәбиров 48 йыл эш стажы булған терапевт тураһында яҙып үткәнРадий Хәбиров 48 йыл эш стажы булған терапевт тураһында яҙып үткән
Радий Хәбиров 48 йыл эш стажы булған терапевт тураһында яҙып үткән

Башҡорт мединститутын тамамлағандан һуң йәш белгес тыуған Тәтешле районындағы Аҡбулат дауаханаһына эшкә ебәрелгән. Дүрт йылдан ул район үҙәгенә ҡайтҡан һәм бөгөнгәсә шунда эшләй.

Әле Миләүшә Ризағетдин ҡыҙының участогында 2700 пациент бар. Бынан тыш, икенсе участоктан тағы 1700 кеше уның ҡарамағында.

Ихлас, иғтибарлы һәм белемле табипты хеҙмәттәштәре һәм пациенттар ҙа берҙәй ҡәҙерләй. Миләүшә Әхмәтшина район халҡын диспансерлауҙа, өҫтәмә медик күҙәтеүҙәрҙә әүҙем ҡатнаша. Былтыр беҙ уны "Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн" миҙалы менән бүләкләнек.

Әйткәндәй, табип үҙ һөнәренә атаһының артынан килгән. 1941 йылда Ризағетдин Фәмиев Бөрөлә фельдшерҙар медучилищеһын тамамлаған. Һуғышта фельдшер булып илде һаҡлағас, 1946 йылда ҡайта, Тәтешле районы һаулыҡ һаҡлау өлкәһен етәкләй.

Миләүшә Ризағетдин ҡыҙының ире лә табип. Ул район үҙәк дауаханаһында 25 йыл невропатолог булып эшләгән. Балалары икенсе юл һайлаһа ла, ейәндәре Ильяс Мәскәүҙә медицина буйынса белем ала һәм травматолог булырға теләй.

Миләүшә Ризағетдин ҡыҙы һәм башҡа табиптар алдында эштәренә тоғро һәм яуаплы ҡарағандары өсөн баш эйәбеҙ", - тигән ул.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас