Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апрель 2023, 12:00

Икмәк

Йәш хужабикәләргә бик уңайлы рецепт.

ИкмәкИкмәк
Икмәк

250 мл һыу, 14 г сүпрә, ике балғалаҡ шәкәр, бер балғалаҡ тоҙ, 30 мл үҫемлек майын бергә бутарға ла, 500 г он ҡушырға. Тәүҙә ҡалаҡлап бутап, һуңынан таҡтаға һалып, ҡул менән ҡамыр баҫырға. 10 – 15 минутҡа ябып торорға.

Табаны яҡшылап майлап, ҡамырҙы һалырға ла, ябып, 30 – 40 минутҡа ултыртып торорға. Ҡамыр арыу ғына ҡабарасаҡ.

200 градус эҫелектә 35 – 40 минут бешерергә.

Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас