

Кисә көндөҙгө сәғәт ун беренселә Стәрлетамаҡ районында, Стәрлетамаҡ-Раевка юлының 33-сө саҡрымында, Ауырғазы районынан 69 йәшлек ир "Форд Фиеста" машинаһында төп юлға сыҡҡан саҡта "Тиҙ ярҙам" ("УАЗ") машинаһына юл бирмәгән, тип фаразлана. Көслө бәрелешеүҙән "Форд" водителе үлемесле яраланып, ваҡиға урынында йән биргән. "Тиҙ ярҙам"дың 46 йәшлек водителе һәм уның ике пассажиры, 61 йәшлек фельдшер ҡатын менән 51 йәшлек пациент ир, йәрәхәттәр алған. Билдәле булыуынса, ашығыс ярҙам бригадаһы ауырыуҙы Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһына алып китеп барған булған.
Тикшереү башланған, уның барышында фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана.
Уҙған тәүлектә республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, туғыҙ кеше йәрәхәттәр алған. Тәүлек эсендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1400-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған. 29 иҫерек водитель тотолған, уларҙың етәүһе иҫерек килеш икенсегә эләккән.
Хөрмәтле водителдәр, ашыҡҡан етмәй, бойорған етә!
Фото: БР ЮХХДИ.