

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
– Уҙған йылда Башҡортостан менән Ҡытай араһында тауар әйләнеше, 2021 йыл менән сағыштырғанда, 25 процентҡа артты. Башҡортостанда етештерелгән машиналар эшләү продукцияһы экспорттың 94 процентын тәшкил иткән. РФ Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиле Флүр Әсәҙуллиндың ярҙамы менән республикабыҙҙың нефть һәм газ сәнәғәте өлкәһендәге компаниялары Халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнаша ала. Бындай саралар партнерҙар селтәрен һәм поставкалау географияһын киңәйтеүҙең һөҙөмтәле ысулы булып тора, – ти Маргарита Болычева. Геологоразведка, нефть һәм газ сығарыу, нефть, газ химияһы күргәҙмәнең төп темалары булып тора.
РФ Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиле ярҙамы менән компанияларға күргәҙмә стенды, отелдә йәшәү һәм туҡланыу бушлай бирелә.