

Тартып алынған мөлкәткә хаҡ ҡуйыласаҡ һәм бурыстарҙы ҡаплау өсөн һатыласаҡ. Йыл башынан алып һалым буйынса бурыслыларҙың дөйөм суммаһы 1 миллиард һумдан ашыулыҡ бөтәһе 1474 мөлкәт объектына арест һалынған. Өс айҙа 200 миллион һумлыҡ бурыстың бер өлөшө ҡапланған. Бурыслыларға бурыс суммаһынан тыш пенялар, дәүләт пошлинаһы һәм башҡарыу йыйымы түләргә тура килә.
Бурыстар буйынса транспорт һалымы «лидер» булып ҡала . Уға 2,8 миллиард һумлыҡ милек һалымының 1,6 миллиард һумы тура килә.