Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Март 2023, 05:42

Байрам концертына рәхим итегеҙ

Иртәгә Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь халҡының берләшеүе көнөнә арналған концерт була. Был дата йыл һайын 2 апрелдә билдәләнә. 1996 йылдың тап ошо көнөндә ике дәүләт лидерҙары мөһим документҡа ҡул ҡуйған.

Байрам концертына рәхим итегеҙБайрам концертына рәхим итегеҙ
Байрам концертына рәхим итегеҙ

Концерт 1 апрелдә «Башкортостан» дәүләт концерт залында, көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Инеү - ирекле.

Байрам сығышы "Рәсәй һәм Беларусь Берлеге тураһында"ғы килешеү төҙөү көнөнә арнала. Беҙ был ил менән күптәнге һәм ныҡлы бәйләнештәбеҙ. Башҡортостанда 17 меңдән ашыу белорус милләтле кеше йәшәй. 

Фото: Бр Мәҙәниәт министрлығынан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас