Бәлеште әҙерләү өсөн 1 стакан һөт, 100 грамм аҡ май йәки маргарин, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 аш ҡалағы тиҙ ҡабарта торған ҡоро сөпрә, 1 йомортҡа, көнбағыш майы, он, эслеккә һуған, картуф, ҡара борос кәрәк буласаҡ.
Һөттө бигүк эҫе итмәй генә йылытып, сөпрә, аҡ май йәки маргарин, йомортҡа, самалап тоҙ, шәкәр һалып болғатып, он һалып, ҡамыр баҫырға. Бер сәғәт тирәһе йылы урында тотоп ҡабартырға.
Эслеккә картуф, һуған, туңдырылған скумбрия балығы кәрәк. Картуфты нәҙек кенә итеп түңәрәкләп турайбыҙ, балыҡты йыуып, ҡылсыҡтарынан таҙартабыҙ. Бөтәһен бергә ҡушып, һуған, тоҙ, ҡара борос һалып бутайбыҙ. Эслек ҡоро булмаһын өсөн көнбағыш майы йәки аҡ май ҙа һалырға мөмкин. Артабан табаға пергамент ҡағыҙын һалып, өҫтөн көнбағыш майы менән майлайбыҙ. Әҙер ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, йәйелгән берәүһен уның өҫтөнә һалабыҙ.
Бәлеште духовкала 170 градус эҫелектә 30 – 40 минут бешереп алығыҙ.