Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Март 2023, 14:16

Һайлауҙарҙы күҙәтеү нисек бара?

Бөгөн Башҡортостанда һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы ағзалары менән республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәре ижтимағи күҙәтеү институтының һуңғы биш йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса фекер алышты.

Һайлауҙарҙы күҙәтеү нисек бара?Һайлауҙарҙы күҙәтеү нисек бара?
Һайлауҙарҙы күҙәтеү нисек бара?

Бойондороҡһоҙ ижтимағи мониторинг” ассациацияһы доклады тыңланды. Сарала ҡатнашыусылар сығыштан беҙҙең төбәк өсөн әһәмиәтле булған ҡайһы бер тезистарҙы билдәләне.

Әйткәндәй, 2017 йылдан башлап, Рәсәйҙең һәм субъекттарҙың Йәмәғәт палаталарына бойондороҡһоҙ күҙәтеү операторы функцияһы өҫтәлде. Улар һайлау участкаларында йәмәғәт күҙәтеүен, граждандарҙың инициативаларын һәм координацияны тәьмин итә. 2018 йылда рәсәй президентын һайлау ваҡытында ижтимағи контролгә ҙур иғтибар бүленде, йәмәғәт палаталарының тауыш биреү участкаларына күҙәтеүселәр ебәреүе законлаштырылды. Шуға бәйле һуңғы биш йылда йәмәғәт күҙәтеүе һайлауҙарҙың бөтә кимәлен контролләй, тап йәмәғәт контроле өсөн тотош бер инфраструктура булдырылды. Йәмәғәт күҙәтеүселәрен әҙерләүгә лә әһәмиәт бирелә.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исарғакова Һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабын етәкләй. Уның составында – БР Йәмәғәт палатаһы ағзалары, БР Башлығы янындағы кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзалары, БР ОНФ штабы, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре, политологтар, юристар.

Республикала һайлауҙар 2 апрелдә (урындағы органдарға) үтә, унда ла йәмәғәт күҙәтеүселәре эшләйәсәк. Ҙур һайлауҙар сентябргә тәғәйенләнгән. Уға күҙәтеүселәр билдәләү эшенә Йәмәғәт штабы етди әҙерләнә.

Тулыраҡ: op.bashkortostan.ru/presscenter/news/530322/

Фото: БР Йәмәғәт палатаһы сайтынан.

Һайлауҙарҙы күҙәтеү нисек бара?
Һайлауҙарҙы күҙәтеү нисек бара?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас