

Башҡортостан Башлығы СВО биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан егеттәрҙең хәлен белеште. Уларҙың барыһы ла бер мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Икәүһе яраланғандан һуң, госпиталдә дауаланған.
Республика етәксеһе хәрбиҙәрҙең ғаиләләре тураһында ла һорашты, әгәр кәрәкһә, ярҙам итәсәктәрен вәғәҙәләне.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, апрелдә тағы бер ҙур төркөм ялға ҡайтасаҡ. Беҙ уларҙы, әлбиттә, лайыҡлы ҡаршылаясаҡбыҙ.
Фото: БР Башлығы сайтынан.