

Әлегә билдәле булыуынса, көндөҙгө сәғәт өс тирәһендә 57 йәшлек ир "Skoda Octavia" автомобилендә ыңғай барған "ГАЗель" машинаһына бәрелгән. Бәрелеүҙән сит ил машинаһы түңкәрелгән, ә "ГАЗель" "Hyundai Solaris"ҡа һуғылған.
Машиналар механик зыян күргән, кешеләр имен. Урында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Фото: БР буйынса ЭЭМ Өфө ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәте.