Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Март 2023, 16:00

***

  Яҙ йәш әле, Бик хисләнеп йөрөй, Ҡыуанһа ла илай, ҡайғырһа ла. Тик барыбер йәйгә ҡарай атлай, Ҡыш ныҡышып артҡа ҡайырһа ла. Яҙ йәш әле, Ҡаршы әйтә белмәй Әрһеҙ елдән тора ҡарайырға. Аҡ керпеге ҡарашын йәшереп Ҡырау булып төшә ҡара ергә. Яҙ йәш әле, Дыуамал һәм шырмый, Шарт туңа ла, иреп китә шунан. Шул арала тотороҡлоҡ эҙләп Йәшел тырнаҡтарын күккә һона. (Гөлнара Хәлфетдинова)

******
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас