Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Марта 2023, 12:00

Һыу ниңә йәшел?

Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәүселәр йәшел йылғасыҡҡа тап булған. Махсус хеҙмәттәр килеп тикшерһә, һыу торбаһында бер таблетка ятыуын күргән.

Һыу ниңә йәшел?Һыу ниңә йәшел?
Һыу ниңә йәшел?

Ҡаракүл (Черноозерский) кордонында канауҙан ағып төшкән һыу сағыу йәшел төҫкә буялған. Баҡһаң, торбала флуоресцеин динатрий тоҙо (химик матдә, буяу) бар, имеш. 

Дим районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, әле торбанан тоҙ таблеткаһын сығаралар, белгестәр һыуҙан анализ ала. Күҙәтеү органдарына, прокуратураға, экологтарға, полицияға хәбәр бирелгән. Хәҙер буяу таблеткаһының һыу торбаһына нисек эләгеүен асыҡларға тейештәр. Әйткәндәй, был буяуҙың кешегә, мөхиткә зыяны юҡ. Был тирәлә былтыр ҙа һыуҙың төҫлө булып ағыуы теркәлгән.

Фото: Антон Тарасов (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас