Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Март 2023, 17:36

Әйләнеш 9 процентҡа артҡан

2022 йылда Башҡортостанда кесе һәм урта предприятиеларҙың әйләнеше 693,4 млрд һум тәшкил иткән. Был 2021 йыл менән сағыштырғанда 9 поцентҡа күберәк.

Әйләнеш 9 процентҡа артҡанӘйләнеш 9 процентҡа артҡан
Әйләнеш 9 процентҡа артҡан

   

 – Малые и средние предприятия Башкортостана успешно адаптировались к современным экономическим реалиям и смогли в 2022 году нарастить обороты. В том числе это обусловлено и своевременными и эффективными мерами государственной поддержки бизнеса в рамках реализации национального проекта «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы», – тине БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

 Әйләнеш буйынса лидер булып сауҙа тора, уның өлөшөнә  килемдең   39,7 проценты тура килә.   2022 йылда сауҙа предприятиелары    287,7 млрд һум аҡса эшләгән.

  2022 йылда республиканың кесе һәм урта предприятиелары тарафынан    379,5 млрд һумлыҡ  тауар  етештерелгән,   үҙ көстәре менән эш эшләнгән һәм хеҙмәт күрһәтелгән.  

  2023 йылда иһә  кесе һәм урта предприятиеларҙың әйләнеше 750 млрд һум кимәлендә  планлаштырыла.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас