Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Март 2023, 13:39

"Йәйәүле" операцияһы

27-31 мартта баш ҡалала "Йәйәүле" иҫкәртеү сараһы уҙа.

"Йәйәүле" операцияһы"Йәйәүле" операцияһы
"Йәйәүле" операцияһы

Был операцияның төп маҡсаты - водителдәрҙең иғтибарын йәйәүлеләргә йүнәлтеү, административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы, юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү.

Йыл башынан алып Өфө ҡалаһы биләмәһендә йәйәүлеләр ҡатнашлығында 272 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 316 кеше зыян күргән, өс кеше һәләк булған. 23 осраҡта йәйәүлеләр юл-транспорт ваҡиғаһына үҙҙәре сәбәпсе булған (ике кеше һәләк булған һәм 21 кеше йәрәхәтләнгән).

Сара сиктәрендә Өфө Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре йәйәүлеләргә юл бирмәгән водителдәргә, шулай уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған йәйәүлеләргә лә ҙур иғтибар бүләсәк.

Фото: БР ЮХХДИ.

"Йәйәүле" операцияһы
"Йәйәүле" операцияһы
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас