

Республика премьер-министры урынбаҫары - финанс министры Лира Иғтисамова һүҙҙәренсә, һалым түләүселәрҙең һанының ыңғай динамикаһы төбәктә бизнесты алып барыу шарттарын яҡшыртыуға һәм үҙмәшғүлдәр өсөн һалым түләүҙең ябайлаштырылған механизмын ҡулланыуға бәйле. Хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе автоташыуҙар, үҙҙәрендә етештерелгән продукцияны һатыу, төҙөлөш, реклама, шулай уҡ бөҙрәхана һәм матурлыҡ салондары хеҙмәттәрен күрһәтеү өлкәһендә эшләй, тип билдәләне чиновник.
Фото: Т. Аманов