Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Март 2023, 07:07

Башҡортостанға көньяҡты ике ҡатлы поезд яҡынайта

Рәсәй тимер юлдары етәкселеге телеграм-каналда хәбәр итеүенсә, Өфөнән Имеретин курортына ике ҡатлы поезд йөрөй башлаясаҡ.

Башҡортостанға көньяҡты ике ҡатлы поезд яҡынайтаБашҡортостанға көньяҡты ике ҡатлы поезд яҡынайта
Башҡортостанға көньяҡты ике ҡатлы поезд яҡынайта

357/358-се состав 27 майҙа юлға сыға һәм йыл әйләнәһенә йөрөйәсәк. Юлда Абдулла, Һамар, Сызрань-Город, Сенная, Һарытау, Волгоград, Краснодар, Туапсе, Сочи, Адлер кеүек станцияларҙа туҡтаясаҡ.

Поезда кондиционерҙар бар, инвалид коляскаһы менән дә менергә уңайлы вагон буласаҡ.

Фото: ТАСС.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас