Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Март 2023, 08:20

“Улар – мине аяҡҡа баҫтырған ҡатын-ҡыҙҙар!”

Башҡортостан блогеры, ике ҡулында иң бейек тауҙарҙы яулаусы, Рөстәм Нәбиев яҡын кешеләрен тыуған көнө менән ҡотлаған һәм уларға Төркиәгә юллама бүләк иткән.

“Улар – мине аяҡҡа баҫтырған ҡатын-ҡыҙҙар!”“Улар – мине аяҡҡа баҫтырған ҡатын-ҡыҙҙар!”
“Улар – мине аяҡҡа баҫтырған ҡатын-ҡыҙҙар!”
  • Мине үҫтергән апайымдың юбилейын билдәләнек. Ул – 29 йыл элек миңә әсәйемде алмаштырған кеше. Рида Тәлғәтовнаға 65 йәш тулды.

Шулай уҡ Алинәнең дә тыуған көнө булды. Ул – минең атайымдың ҡатыны, йәшләй тол ҡалды. Мин дауаханала ятҡанда, ул мине 11 ай буйы үҙ балаһы кеүек ҡараны.

Улар икеһе лә – төрлө ваҡытта мине аяҡҡа баҫтырған ҡатын-ҡыҙҙар, был һүҙҙәр туры мәғәнәлә.

Уларға нимә бүләк итергә тип, күп уйланыҡ. Һуңынан, эмоциялар – иң кәрәкле бүләк булыр, тип ҡуйҙыҡ, бигерәк тә хәҙерге ауыр ваҡытта. Икеһенә лә диңгеҙгә юллама бүләк иттек. Улар 30 мартта Төркиәгә оса.

Рида Тәлғәтовна һәм Алинә Финатовна миңә күрһәткән яҡшылыҡтарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең алда баш эйәм. Яратабыҙ! – тип яҙған блогер.  

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас