

БР Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов белдереүенсә, бөгөнгә (27 мартҡа) ҡарата юлдарҙа 5,1 мең дефект булыуы асыҡланған. Әйткәндәй, соҡор-саҡырҙарҙы ремонтлау буйынса Радий Хәбиров министрға ла, вице-премьер Алан Марзаевҡа ла шелтә белдереүе тураһында яҙғайныҡ (https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-03-27/min-byny-f-itm-y-s-kmen-3193210).
Төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа соҡор ямауҙы - 30 апрелгә, Өфөнөң үҙәк урамдарында - 10 майға, муниципаль юлдарҙа 15 июнгә тиклем тамамларға кәрәк. Ремонт үткәреүгә «Башкиравтодор» 312 мең тонна ҡырсын, 5,8 мең тонна битум әҙерләгән.
Ҡырмыҫҡалы һәм Стәрлетамаҡ ДРСУ-ларында асфальт-бетон заводтары эшләй башлаған, ә ҡалғандар 1 апрелдән дә ҡалмай эшләтелергә тейеш.
Радий Хәбиров бысраҡ һәм ҡыйҙы мөмкин тиклем тиҙерәк йыйырға ҡушты.
- Быйыл ҡар тиҙ ирей. Коммуналь хеҙмәттәр әҙер торһон. Ҙур ҡалаларҙа башҡарылған эш тураһында докладты 10 апрелдә тыңлаясаҡбыҙ, - тине ул.
Фото: БР Башлығы сайтынан.