Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Март 2023, 06:15

Ҡомаҡтар йортҡа табан елдерә

Өфөнөң Хәрби интернационалистар урамында йәшәүселәр сүп-сар контейнеры аҫтында йәшеренгән тиҫтәләгән ҡомаҡтың йортҡа табан йүгергәнен видеоға төшөргән. 

Ҡомаҡтар йортҡа табан елдерәҠомаҡтар йортҡа табан елдерә
Ҡомаҡтар йортҡа табан елдерә

Сүп-сар ташыу машинаһы контейнерҙы күтәргәндән һуң йәшеренер урын эҙләп таралған ҡомаҡтар тураһындағы яҙманы Айгөл Сәғәтдинова республика башлығы сәхифәһенә ҡуйғас, Октябрь районы хакимиәтендә аңлатма биреп, дератизация үткәреү тураһында мәсьәләне хәл итергә вәғәҙәләгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас