

"Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил тураһында"ғы республика законына үҙгәрештәр тәҡдим ителә.
Парламент Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, закон проектына ярашлы, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттарының хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен дәүләт яҡлауы гарантиялары арттырыла, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттарына коммерция ойошмаһы менән идара итеү органдарының ағзалары индерелә. Закон проекты тарафынан эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттарының ялыуҙарын тикшергәндә Вәкилдең хоҡуҡтары исемлеге киңәйтелә.
Закон проекты Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты тарафынан хуплау тапты һәм беренсе уҡыуҙа ҡабул итеүгә тәҡдим ителде, тип хәбәр итә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.