Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Март 2023, 08:23

Баш ҡаланың 8-се бала табыу йортонда Күкрәк һөтө банкы асылды

Бының турала БЮТ-тың "Сәләм" тапшырыуында булған тура бәйләнештә БДМУ-ның акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы доценты, республиканың Ситуацион үҙәге эксперты Лилиана Дауытова һөйләне.

Баш ҡаланың 8-се бала табыу йортонда Күкрәк һөтө банкы асылдыБаш ҡаланың 8-се бала табыу йортонда Күкрәк һөтө банкы асылды
Баш ҡаланың 8-се бала табыу йортонда Күкрәк һөтө банкы асылды

Ул йәш әсәләрҙең һөтөн нисек йыйылыуын, эшкәртелеүе һәм һаҡланыуы серҙәрен асты.

Бала тыуғандан һуң йыш иммәй, күбеһенсә йоҡлай. Был осраҡта әсә кеше һөттө һауып алып, бала табыу йортондағы банкка һаҡлауға тапшыра ала. Һөт унда бактериологик яҡтан тикшерелә, пастеризациялана, туңдырыла һәм 3-6 ай һаҡлана ала. Ошо ваҡыт арауығында әсә кеше уны өйөнә алып ҡайта ала. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас