Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Марта 2023, 17:19

Янғындар...

Уҙған тәүлектә республикала 11 техноген янғын сыҡҡан, уларҙың 8-е шәхси секторҙа булған.

Янғындар...Янғындар...
Янғындар...

Шул иҫәптән, Мәләүездә - баҡса йорто, Ейәнсура районында - автомобилдең мотор бүлеге, Ҡариҙел районында - ағас йорттоң стенаһы, Дүртөйлөлә, Шишмә районында - мунсалар, Баймаҡ районында йорт янған. Бынан тыш Әбйәлил районында йортта газ-һауа ҡатышмаһы ла шартлаған. 

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә рейдтар уҙғарып, янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында йорт-ҡаралтыларҙы тикшерә, халыҡ һәм хеҙмәтләндереүсе ойошмаларҙың вәкилдәре менән инструктаждар, әңгәмәләр үткәрә. Ләкин кешеләрҙең үҙҙәренең дә иғтибарлы, уяу булыуы кәрәк. Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы, мөлкәтегеҙҙе һаҡлағыҙ! Именлектә йәшәргә яҙһын!

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас